Украина милицияһы
журналист Татьяна Чорновалға һөжүм итеүҙә шик аҫтына алынған ике кешене ҡулға
алды. Йәнә берәүһен әле эҙләйҙәр.
Был ваҡиға буйынса
тәфтишсенең өс версияһы бар: беренсеһе- һөжүм журналистың һөнәри эшмәкәрлегенә
бәйле, икенсеһе- һуғышҡа барып еткән ҡәҙимге юл-транспорт ваҡиғаһы, өсөнсөһө-
провокация.
Шаршамбыға ҡарай төндә
Чорновал үҙ машинаһында өйөнә ҡайтып барған. Зыян күреүсенең һүҙҙәре буйынса,
ниндәйҙер джип уның юлын ҡыйған; ундағы әҙәмдәр, журналист ҡатынды һөйрәп
сығарып, бик ныҡ туҡмаған, ә машинаһын юл ситенә ауҙарған.
Һөжүм ваҡытында
ҡулланылған джипты Киев эргәһендәге биҫтәлә тапҡандар.
Туҡмалыр алдынан
Татьяна Чорновал “Бында йәлләт йәшәй. Эске эштәр министры Виталий Захарченко
имениеһы” атамаһы аҫтындағы репортаж әҙерләгән.
Журналист дәүләт
етәкселәре хаҡындағы тәнҡит мәҡәләләре менән генә түгел, коррупция схемаларын
тикшереүе менән дә билдәле.
“Һул яр” порталы редакторын
шаулы акцияларҙа ҡатнашыусы булараҡ та беләләр- 1 декабрҙә тап ул Киев ҡалаһы
администрацияһын баҫып алыуға етәкселек итә.
Һуңғы бер нисә көндә
Чорновал Майҙандан китмәй. Шунан ҡайтҡанда уға һөжүм итәләр.
Журналистың туғандары
әйтеүенсә, улар, эш шулай тамамланыр тип, күптән шөрләп йөрөгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий