Джордж Оруэлл күҙ алдына ла килтерә алмаған:
беҙҙең канал йыл кешеһе тип таныған Эдвард Сноуден британлыларға Раштыуа
мөрәжәғәте менән сығыш яһаны.
Рәсәйҙә һыйыныу урыны
тапҡаны бирле, элекке Милли именлек ведомство хеҙмәткәре тура эфирҙа беренсе
тапҡыр күренде.
“Британлы Джордж
Оруэлл бындай хәүеф хаҡында беҙҙе киҫәткәйне. Ул үҙенең китабында
һүрәтләгән беҙгә ҡарап торған микрофон, камера, телевизорҙарҙы бөгөнгө
мөмкинлектәр менән сағыштырырлыҡ та түгел.
Бөгөн тыуған бала
шәхси тормош сере тигән төшөнсәне күҙ алдына ла килтерә алмай үҫәсәк. Ул яңғыҙ
ҡалыу тигән нәмәне, бер кем дә теркәп ҡуймаған, анализламаған уйҙы ла белмәйәсәк”.
Британлыларға
мөрәжәғәт осраҡлы хәл түгел: Сноудендың фашлаусы материалдары иң тәүҙә Британия
матбуғатында донъя күрҙе. Тап Бөйөк Британияла һәр кеше башына иң күп күҙәтеү
камералары тура килә.
Шул уҡ ваҡытта
британлылар, башҡа европалылар менән бер рәттән, ошоғаса үҙҙәрен шәхси тормош
серҙәренә иң күп иғтибар бүлгән кешеләр, тип иҫәпләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий