пятница, 27 декабря 2013 г.

Окинава халҡы АҠШ авиабазаһы хаҡында: ”Күсерергә түгел, кисекмәҫтән оҙатырға!”


Японияның Окинава утрауындағы АҠШ диңгеҙ пехотаһы авиабазаһы префектура сиктәрендә икенсе урынға күсенергә рөхсәт алды. База Гинован ҡалаһы тирәһенән халыҡ аҙ йәшәгән төньяҡ-көнсығыш районға күсереләсәк.
Был мәсьәлә Токио һәм Вашингтон мөнәсәбәттәренә һәр саҡ ҡамасауланы. Окинава халҡы һәм властары хәрби техниканың осоуы регион именлегенә, экологияһына хәүеф тыуҙырыуы хаҡында белдерә килде.
Америка һалдаттарының урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күп тапҡыр көсләүе лә асыу тыуҙырҙы.

Объекттың урынын ғына күсерергә ҡарар итеү ҡаршылыҡ акциялары башланыуға сәбәпсе булды. Манифестацияла ҡатнашыусылар властарҙы хыянатсыллыҡта ғәйепләй, улар өсөн альтернатив ҡарар юҡ- халыҡ утрауҙан базаны алыуҙы талап итә. Окинава администрацияһы бинаһында меңләп кеше ултыраҡ забастовка ойошторҙо.

Комментариев нет:

Отправить комментарий