пятница, 27 декабря 2013 г.

Франция: эшһеҙҙәр һаны артты, әммә Олланд, бөтәһе лә план буйынса бара, тип иҫәпләй.


Ноябрҙән алып Францияла эшһеҙҙәр һаны йәнә артты, әммә властар, барыһы ла план буйынса бара, тип иҫәпләй. Үткән айҙа бөтөнләй эшләмәгән кешеләр һаны тағы 17,8 мең кешегә күбәйҙе һәм 3 миллион 293 меңгә етте, бында диңгеҙ аръяғы территориялары индерелмәгән әле.
“Мин бөтөнләй ышанысты юғалттым,-ти эшһеҙ йөрөгән ҡатын.-2007 йыл аҙағынан бирле эш эҙләйем һәм бер ниндәй ҙә алға китеш күрмәйем. Миңә ярҙам итеү өсөн, мәшғүллек агенствоһы бер нәмә лә эшләмәй. Өҫтәүенә күптән түгел 50 йәшем тулды. Алдағы йылдарға өмөтөм юҡ. Хәҙер хеҙмәт министрына ла, сәйәсмәндәргә лә ышанмайым, миңә үҙемә көрәшергә тура киләсәк.”
Франция президенты Франсуа Олланд белдереүенсә, эшһеҙлек кәмеү өҫтөндә, ҡуйылған маҡсаттар оҙаҡламай тормошҡа ашасаҡ. Сәйәси оппоненттары уның был белдереүҙәрен мыҫҡыллап көлөп ҡабул итте.
“Компанияларҙы ҡаҡшатыусы, эш урындарын социаль контракттар, һалымдар һәм дәүләт кредиттары иҫәбенә булдырыусы иҡтисади сәйәсәт, әлбиттә, һөҙөмтә бирмәй,-”тип белдерә уң үҙәк фирҡә вәкилдәре. Улар Олланды, хаталарын тиҙерәк танып, кисекмәҫтән иҡтисади сәйәсәтте үҙгәртеү хаҡында иғлан итергә саҡыра.



Комментариев нет:

Отправить комментарий