Раштыуа яҡынлаша, әммә
Париж халҡының күңеле шатлыҡ менән тулымы һуң? Совет журналистарының ҡәҙимге
һорауы бөгөн тәүге нәүбәттә француз коммерсанттарына һәм финанс аналитиктарына
тынғылыҡ бирмәй. Һуңғылары, 2013 йылдағы байрам һатыу-алыуҙары уҙған йыл менән
сағыштырғанда 0,9 процентҡа кәмерәк булыр, тип көтә.
Парижда йәшәүсе ир
һөйләй:
“Раштыуа- бәхет һәм
шатлыҡ осоро, тип әйтә килдем. Бигерәк тә минең бәләкәсем өсөн. Әлбиттә, көрсөк
ваҡытында билбауын ҡыҫыбыраҡ бәйләргә мәжбүр булғандар күп. Тик ғүмер ҡыҫҡа,
шуға үҙеңде шатлыҡтан мәхрүм итергә ярамай. Айырыуса йылына бер тапҡыр була
торған мәлдәрҙә.”
Француздар Раштыуа
бүләктәренә уртаса 530 евро сарыф итә. Барыһы ла тиерлек магазинға көрсөк
хаҡында уйҙар менән килеүен йәшермәй, шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр ошондай шарттарҙа
ла яйын таба.
Парижда йәшәүсе ир
һөйләй:
“Байрамға алдан уҡ әҙерләнә башланыҡ, шуға
күрә бүләктәр тип артыҡ йолҡонманыҡ.”
Әйтергә кәрәк,
бөтөнләй икенсе тактиканы һайлаусылар ҙа бар- француздарҙың өстән бер өлөшө Раштыуа
бүләктәрен байрамдан һуң, ғинурҙа тауарҙарҙы осһоҙға һатыу осоро башланғас
алырға ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий