пятница, 20 декабря 2013 г.

Деннис Родман КХДР-ға дуҫын күрергә килде.


NBA-ның элекке йондоҙо Деннис Родман, АҠШ командаһы менән иптәштәрсә ике матч уйнарға тейешле урындағы йыйылма баскетбол командаһын күнектереү өсөн, Төньяҡ Кореяға килде. Был матчтарҙың береһе Родмандың дуҫы булған Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ындың тыуған көнөнә тап килә.

 NBA-ның биш тапҡыр чемпионы һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, ул дуҫы менән әңгәмә барышында ағаһының язаланыуы кеүек сәйәси мәсьәләләрҙе күтәрергә йыйынмай.

“Унда минең эшем юҡ”,-тине баскетболист юлға сығыр алдынан Рейтер агенствоһына. Һәм тағы ла шуны өҫтәп ҡуйҙы: ”Бындай хәлдәр унда оҙаҡ йылдар дауам итә инде”.


Родман Ким Чен Ын менән әңгәмә барышында кеше хоҡуҡтары мәсьәләләре күтәрелеү ихтималлығын инҡар итмәне, әммә Төньяҡ Корея лидеры был мәсьәләне үҙе башлап күтәрһә генә инде. Баскетболистың Төньяҡ Кореяға барыуының төп маҡсаты- “баскетбол уйнау һәм ваҡытты күңелле итеп үткәреү”.

Комментариев нет:

Отправить комментарий