воскресенье, 8 декабря 2013 г.

Мысыр. “Мосолман туғандар” активистары иреккә сыҡты.


Мысырҙың Александрия ҡалаһы апелляцион суды “Мосолман туғандар”ҙың активист ҡатын-ҡыҙҙарына сығарылған ҡарарҙы йомшартты- һөҙөмтәлә 21 кеше иреккә сығарылды. Бынан алда йәш ҡатын-ҡыҙҙар, араларында бәлиғ булмаған 7 ҡыҙ бала ла бар, элекке президент Мөхәммәт Мөрсиҙе яҡлап манифестацияла ҡатнашҡаны өсөн, оҙайлы сроктарға хөкөм ителгәйне.
“Беҙ бер ниндәй ҙә сәйәси төркөмдә, фирҡәлә йәки ойошмала тормайбыҙ. Уларҙың әйтеүенсә, ҡулға алынғандарҙың барыһы ла “Мосолман туғандар” хәрәкәте ағазалары. Минең бәләкәй генә ғаиләмдә лә, атайымдың ғаиләһендә лә, ҡатынымдың туғандары араһында ла ниндәйҙер сәйәси фирҡәлә тороусылар юҡ,-” ти ҡатыны һәм ҡыҙы ҡулға алынған ир.

Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларға сығарылған хөкөм ҡарарына (11 йыл төрмә) халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Уларҙың фекере буйынса, был ҡарар демонстрацияла ҡатнашыусыларға тән йәрәхәттәре һалған Мысыр полицияһы хеҙмәткәрҙәренә сығарылған хөкөмдән күпкә ҡаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий