воскресенье, 8 декабря 2013 г.

БДСО ағзалары Бали килешеүҙәр пакетын ҡабул итте.


 Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзалары министрҙар конференцияһы барышында 10 документтан торған Бали пакеты килешеүе өсөн тауыш бирҙе.
Һүҙ сауҙа процедуралары килешеүҙәре, аграр блоктың биш документы һәм йәнә дүрт документтан торған блокта бик ныҡ үҫешмәгән илдәргә ярҙам итергә тейешле килешеүҙәр хаҡында бара.
Бали пакеты Рәсәй иҡтисады өсөн бик файҙалы. Эксперттар, сауҙа процедураларын ябайлаштырыу ғына ла Рәсәйгә донъяның байтаҡ баҙарына үтеп инеү өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡ, тип өмөт итә.
Бали пакеты килешеүе донъя сауҙаһына өҫтәмә рәүештә 960 миллиард килем килтерәсәк һәм 21 миллион яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий