суббота, 7 декабря 2013 г.

Европала ғәрәсәт ҡоторона.


Төньяҡ һәм Үҙәк Европаға ҡеүәтле ғәрәсәт ябырылды. Уға төрлө атамалар бирелгән- Германияла-“Ксавьер,” Швецияла- “Cвен”, Данияла- “Бодил”.
Томанлы Альбиондан ике әҙәм тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған. Шотландияла ел тиҙлеге сәғәтенә 170 километрға барып еткән. 20 мең йорт электр энергияһыҙ тороп ҡалған. Ғәрәсәт арҡаһында поездар хәрәкәте туҡтатылған.
Ғәрәсәт  Германияның төньяҡ территорияларына ҡәҙәр барып етте. Ел тиҙлеге- сәғәтенә 140 километр. Гамбургта ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, Раштыуа баҙарҙары ябылды. Полиция һәм янғын хеҙмәте юғары әҙерлек хәлендә. Шторм арҡаһында континенталь Германия һәм Төньяҡ диңгеҙ араһындағы борамдар йөрөүҙән туҡтаны.

Нидерландтарҙың диңгеҙ буйы зонаһында иң юғары ҡыҙыл хәүефлелек кимәле иғлан ителгән. Данияла тимер юл хәрәкәте туҡталған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий