Ҡеүәтле
“Ксавер” циклоны кесаҙна Германияның төньяғына ябырылды. Ел көсө сәғәтенә 140
километрға етеүе ихтимал. Гамбург аэропортында күпселек рейстар кисектерелде.
Бынан алда шторм арҡаһында континенталь Германия һәм Төньяҡ диңгеҙҙәге утрауҙар
араһында борамдар йөрөүҙән туҡтаны. Ил төньяғында, кәм тигәндә, бер көнгә уҡыу
йорттары ябылды. Йома көн, хәбәр итеүҙәренсә, ГФР-ҙың үҙәк райондарында ла
тәбиғәт көйһөҙлөгө көтөлә. Метеорологтар яман көндәрҙе өйҙә үткәрергә тәҡдим
итә:
“Хәүеф
ҙур: ел ағастарҙы йығыуы мөмкин, ҡыйыҡтарҙы алып ташлауы ла бар, стеналар ҙа
емерелеүе ихтимал. Бындай мәлдә урманда йөрөргә, биналар янынан үтергә һәм
машинаны бинаналар янына парковкаларға ярамай. Үтә лә һаҡ булырға кәрәк.”
Бөйөк
Британияла төньяҡтағы уғата көслө шторм менән бәйле хөкүмәттең именлек комитеты
ултырышы йыйылды. Шотландияла ел тиҙлеге сәғәтенә 170 километрға барып етте. 20
меңдән ашыу йорт электр энергияһыҙ тороп ҡалды. Хәбәр итеүҙәренсә, йөк машинаһы
водителе һәләк булған.
Фронт
көньяҡҡа хәрәкәт итә. Тәбиғәт көйһәҙлөгөнә бөтә Европа һәм айырыуса Бельгия
әҙерләнә. Бөтә яр буйы райондарында шторм хаҡында киҫәтеү иғлан ителгән. Иң
юғары һыу кимәле йомаға ҡаршы төндә буласаҡ, тип иҫәпләйҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий