пятница, 6 декабря 2013 г.

КАР-ҙың элекке президенты Нельсон Мандела вафат булды.


Йомаға ҡаршы төндә, 6 декабрҙә, КАР-ҙың элекке президенты, Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Нельсон Мандела вафат булды- был хаҡта дәүләттең әлеге президенты Джейкоб Зума иғлан итте.

Мандела оҙайлы ауырыуҙан һуң, Йоханнесбургтағы үҙ йортонда вафат булды. Уны ҙур хөрмәт менән күмәсәктәр. КАР президенты Зума мәрхүм лидер хөрмәтенә матәм көнөндә дәүләт флагтарын төшөрөргә әмер бирҙе.

Комментариев нет:

Отправка комментария