четверг, 5 декабря 2013 г.

Мексика бурҙары радиоактив ҡалдыҡтар һалынған контейнер урлаған.


Мекика полицияһы, масштаблы махсус операция һөҙөмтәһендә, радиоактив ҡалдыҡтар һалынған контейнерҙы урлаған енәйәтселәрҙе тотҡан.
Капсуланы илдең баш ҡалаһы янындағы май-яғыулыҡ станцияһында тапҡандар.
Радиция сығыу-сыҡмауы хаҡында властар әлегә хәбәр итмәй. Мексиканың ядро именлеге агенствоһы вәкиле белдереүенсә, “Әгәр бурҙар яңылыш йәки махсус рәүештә магнит замокты асҡан булһа, етди ағыуланыу ҡурҡынысы бар.”
Мексиканың ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, контейнер асыҡ килеш табылған. Полиция был мәғлүмәткә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.
Енәйәтселәр ҡулына ул матдәләр Тихуан хәстәханаһының рентген бүлегенән радиоактив ҡалдыҡтарҙы складҡа ташыусы махсус йөк машинаһынан килеп эләккән.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бурҙар үҙҙәренең нимә сәлдереүен белмәгән- ныҡлы һаҡ аҫтындағы машинала аҡса йәки ниндәйҙер байлыҡ табырға өмөтләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий