Рәсәйҙә һыйыныу урыны тапҡан АҠШ Милли именлек
агенствоһының (АНБ) элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден үҙе элек Америка махсус
хеҙмәттәрен фашлаусы ҡайһы бер материалдар тапшырған Washington Post хәбәрсеһе Бартон
Гелманға эксклюзив интервью бирҙе.
Сноуден
интервьюһында, үҙе әйтеүенсә, миссияһын тамамланған, тип иҫәпләй:
“Мин еңдем инде. Күрһәтергә теләгәнем шул:
йәмәғәтселек үҙе менән идара итеүҙәрен белергә тейеш,-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды
Милли именлек агенствоһының элекке хеҙмәткәре.-Мин донъяны үҙгәртергә
теләмәнем. Үҙгәрергә кәрәкме икәнлеген үҙе хәл итһен өсөн, йәмғиәткә шанс
бирергә генә теләнем.”
Уның һүҙҙәре буйынса, үҙендә булған мәғлүмәтте
йәмәғәтселек судына еткереүҙе ул мөһим, тип иҫәпләгән, сөнки үҙе быны объектив
баһалай алмаған.
Ошо йылдың июнь айында Эдвард Сноуден Washington Post һәм Gardian гәзиттәренә
Америка һәм Британия махсус хеҙмәттәренең ҡайһы бер илдәрҙең, хатта АҠШ-тың иң
яҡын союздаштары граждандарының һәм лидерҙарының телефон һөйләшеүҙәрен тыңлауы
һәм электрон хатлашыуын уҡыуы хаҡында йәшерен документтарҙы биргәйне.
Милли именлек агенство мәғлүмәттәре буйынса,
Сноудендың эшмәкәрлеге арҡаһында 200 мең йәшерен документ журналистар
ҡарамағында булыуы ихтимал. Әйтергә кәрәк, ул үҙен АҠШ-ҡа һәм махсус
хеҙмәттәргә ҡарата лояль түгел тип иҫәпләмәй.
“Мин Милли именлек агенствоһын тарҡатырға теләмәйем,
мин уны һауыҡтырыу тураһында уйлайым. Әле үк Милли именлек агенство файҙаһына
эшләйем. Быны берҙән-бер аңламаусылар- улар,”- тип белдерҙе Сноуден Washington Postҡа
биргән интервьюһында.
Әле Эдвард Сноуден
Мәскәүҙә, үҙенең һүҙҙәре буйынса “өй тауығы” булып йәшәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий