вторник, 24 декабря 2013 г.

Таклобанда Раштыуа.


“Хайян” тайфуны тулыһынса емергән Филиппиндың Таклобан ҡалаһы Раштыуаға әҙерләнә.
Урындағы гуманитар ойошмаларҙа эшләүселәр харабалар эсендә йәшәүселәргә, айырыуса балаларға әҙ булһа ла шатлыҡ килтерергә тырыша:
“Тәбиғәт ҡазаһы балалар күңеленә ҡурҡыу һалды. Беҙ уларҙы ғәҙәти тормошҡа ҡайтарып, ғәҙәти, яҡты хистәр татыуын теләйбеҙ, шуға күрә уларға ижад менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәбеҙ.”
Филиппин хөкүмәте лә Таклобан халҡына бүләктәр оҙата.
9 ноябрҙә Таклобан ҡалаһы Филиппин ҡалаларынан беренсе булып тайфун һөжүменә дусар булды.

Илдәге 4 миллион кешенең әле булһа баш өҫтөндә үҙ ҡыйығы юҡ. Улар сит ил ярҙамына бик мохтаж.

Комментариев нет:

Отправить комментарий