четверг, 26 декабря 2013 г.

Ҡытай: балалар В гепатитына ҡаршы вакцинанан үлә.


Ҡытайҙа кәм тигәндә 8 бала В гепатитына ҡаршы яһалған прививканан һуң үлгән. Үлем осраҡтары теркәлгән Гуйчжоу провинцияһында властар Биокантай  препаратын ҡулланыуҙы тыйған. Ул ике йыл элек эшләп сығарылған, ошоғаса, киң ҡулланыла башлағансы, бер индәй ҙә насар эҙемтәләргә килтермәгән. Хәҙер властар вакцина ҡулланылған башҡа урындарҙы асыҡлай.
Чжоу Жианхуй, Медицина котроле үҙәге вәкиле:
“Биокантай компанияһы етештергән был вакцинаны аҙ ғына миҡдарҙа бер нисә ил һәм район һатып алды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ һатып алынған һәм ҡулланылған вакцина хаҡында мәғлүмәт биреүҙе һораныҡ. Көтөлмәгән хәлдәр булманымы икән тип, асыҡларға теләнек. Әлегә бындай осраҡтар теркәлмәгән.”

Етештереүсе, үлем осраҡтары вакцинаға бәйле түгел, тип бара. Властар тикшереү башланы. Ҡытайҙа балаларға В гепатитынан прививка эшләү мотлаҡ тип иҫәпләнә. Уны бәпәй тыуғас та, тәүге тәүлектәрҙә үк яһайҙар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий