Тиҫтәләгән рейс
туҡтатылды, йөҙләгәне кисектерелде, меңләгән кеше өйөнә ҡайта алманы йәки
ҡунаҡҡа Раштыуа байрамына бара алманы.“Раштыуа штормы” атамаһы аҫтындағы “Дирк”
штормы төньяҡ-көнбайыш Европаны дер һелкетә.
Лондондың “Гатвик”
аэропортында сумаҙанлап бүләктәр тейәп алған асыулы пассажирҙарҙы тынысландырыу
өсөн, хатта полиция саҡырырға тура килде.
“Рейстар юҡ, барыр
урын юҡ, берәү ҙә бер нәмә тип тә аңлатмай,-”тип зарлана пассажирҙарҙың береһе.
Бөйөк Британияла 5 кеше
тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында, ҡайһы бер райондарҙы
һыу баҫҡан. 250 ауыл һәм ҡала хәүеф аҫтында.
Күп юлдар, күперҙәр
ябыҡ, Англияның көньяғында 100 мең йорт электрҙан мәхрүм ҡалған.
Боғаҙ аша Францияла ла
шундай уҡ хәл: ел тиҙлеге сәғәтенә 130 километрға етә, илдең бөтә төбәктәрендә
лә көслө ел иҫә. Ағастар ауып, электр тапшырыу линияларын өҙгән.
Раштыуаны тиҫтәләрсә
мең ғаилә боронғоса- шәмдәр менән ҡаршы алды.
Хәҙер дауыл Испанияға
юл тотто: Галисия һәм Басктар иле көслө ел, электр менән өҙөклөктәргә дусар.
“Раштыуа штормы”н Португалия
ла ҡаршы алырға йыйына, әммә улар тыныс байрам итеп өлгөрҙө.
Комментариев нет:
Отправить комментарий