вторник, 3 декабря 2013 г.

Янукович мәсьәләне һәүетемсә хәл итеү яғында.


Киевта Евроберләшмә менән ассоциация хаҡында килешеүгә Украина властарының ҡул ҡуймауына ҡаршы акциялар дауам итә. Дүшәмбе Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында халыҡ көн элгәре һымаҡ күп түгел ине, әммә көсөргәнешлелек һиҙелә.
Йоманан шәмбегә ҡаршы төндә тәртип һағында тороусы органдарҙың демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуғанда артығын ҡыланыуын Украина президенты Виктор Янукович таныны. Премьер-министр Николай Азаров килеп тыуған хәлдең дәүләт түңкәрелешенә оҡшаш булыуын белдерҙе.
Быға тиклем манифестацияла ҡатнашыусылар баш ҡала мэрияһы бинаһын һәм Профсоюздар йортон баҫып алғайны, министрҙар кабинеты эшен туҡтатҡайны.
“Беҙ был кешеләрҙең эше менән ҡәнәғәт булмауыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ,-ти министрҙар кабинеты бинаһы янындағы акцияла ҡатнашыусы.-Ә был- хөкүмәтте алмаштырырға кәрәклегенә сигнал.”
Украина властары евроинтеграция юлын дауам итәсәктәре, әммә ассоциация хаҡындағы килешеүҙең ҡайһы бер положениеларын үҙгәртергә теләүҙәре хаҡында белдерә. Брюссель парафирланған тексты ҡайтанан ҡарарға йыйынмай.

“Киевтағы бөтә дәүләт учреждениелары юлдары тере сылбыр менән бүленгән,- ти euronews хәбәрсеһе Мария Коренюк.-Ҡайһы бер үҙәк урамдарҙа автомобиль хәрәкәте ябыҡ. Бөгөн акциялар тыныс бара. Акция координаторҙары провокацияларға бирешмәҫкә, тыныс акцияны асыҡ конфликтҡа алып барып еткермәҫкә саҡыра.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий