Таиландта хөкүмәттең
кисекмәҫтән отставкаға китеүен талап итеүсе оппозиция киң масштаблы ҡаршылыҡ
акцияһы башланы. Бангкокта акцияла ҡатнашыусы меңдәрсә кеше йәкшәмбе иртән
Хөкүмәт йортона йүнәлде. Оппозиция ил етәкселегенең, үҙ вәкәләттәренән ситкә
сыҡҡаны өсөн, 2006 йылда властан алынған элекке премьер Таксин Чинават менән
бәйләнештәренә ҡаршы. Хәҙер хөкүмәт менән уның һеңлеһе Йинглак Чинават
етәкселек итә. Таиланд властары бинаны һаҡлаусы полицияның махсус
подразделениеларына ярҙамға бер нисә мең хәрбиҙе ебәрҙе. Тәртип һағында
тороусылар йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға мәжбүр булды.
Хөкүмәт
учреждениеларын һаҡлауға йүнәлтелгән бөтә сараларға ҡарамаҫтан, оппозиция “PBS”
телеканалын һәм Эске эштәр министрлығы бинаһы янындағы территорияны үҙ контроле
аҫтына алды. Оппозиция лидерҙарының береһе әлегә бина эсенә үтмәҫкә, тышта
ҡалырға саҡырҙы. Бынан тыш манифестацияла ҡатнашыусылар Финанс министрлығын
баҫып алды һәм уны оппозиция штабына әүерелдерҙе.
Көн элгәре Таиланд
премьер-министры хөкүмәткә ҡаршы булыусыларға урамдарҙағы ҡаршылыҡ акцияларын
туҡтатып һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итте.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,
уҙған аҙналағы тәртипһеҙлектәр һөҙөмтәһендә 5 кеше үлгән һәм 45-е тән
йәрәхәттәре алған. Хөкүмәт яҡлы лидерҙар, артабанғы көс ҡулланыуҙарҙан ҡотолоу өсөн, митингыларҙы таратырға ҡарар итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий