Нью-Йоркта ғәҙәттән
тыш хәл- Бронкс районында Spuyten Duyvil станцияһы янында метро поезы рельстан
сыҡҡан. Дүрт вагон түңкәрелгән. Уларҙың береһе йылғаға саҡ ҡоламай ҡалған.
Шаһиттарҙың
һөйләүенсә, поезд станция янындағы боролошта ғәҙәттәгенән ҡыҙыуыраҡ барған.
Властар һәләк булған 4
кеше һәм тиҫтәләгән яралы хаҡында хәбәр итте. Фажиғә урынында ҡотҡарыусылар
эшләй. Улар йылға төбөн дә тикшерә. Махсус хеҙмәт вәкилдәре лә килгән.
Hudson юлы буйлап
поездар хәрәкәте туҡтатылған. Һәләкәт халыҡ иң күп йөрөгән ваҡытта- иртәнге 8
сәғәттә булған. Властар халыҡты башҡа транспорт саралары ярҙамында ташыуҙы
ойоштора.
Ошо йылдың июлендә ошо
уҡ урында, Spuyten Duyvil станцияһы янында, поезд һәләкәткә осраны. Ул саҡта
сүп-сар тейәлгән йөк составы рельстан сыҡҡайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий