вторник, 31 декабря 2013 г.

Теракттан һуң Рәсәй: ҡәҙимге ғәҙәттән тыш саралар.


Волгоградтағы теракттарҙан һуң, Рәсәй властары бөтә илдә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү хаҡында иғлан итте. Был баш ҡалала ла һиҙелә: урамдарға өҫтәмә полиция патрулдәре сығарылған, металл эҙләү ҡыҫандары янында ентекле тикшереү үткәрелә.
Рәсми мәғлүмәт саралары Владимир Путиндың көс структураларына һәм хөкүмәткә  биргән бойороҡтары хаҡында һөйләй. Матбуғат һәм блогтар даирәһе президент  һәләкәт хаҡында махсус белдереү менән сығыш яһармы, яҙҙырып ҡуйған телемөрәжәғәтен үҙгәртерме тип әңгәмә ҡора.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында әйтеүҙәренсә, көн элгәре үк, Волгоградтағы  теракттан һуң. ғәҙәттән тыш сараларҙы эшкә еккәндәр.
Владимир Степанов, ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары:
Волгоградта ғәҙәттән тыш хәлдәр режимы индерелде. Бөтә структура һәм хеҙмәттәрҙең эше шул режимға ярашлы ойошторолған. Байрам көндәрендә Рәсәйҙең бөтә ғәҙәттән тыш саралар системаһы юғары әҙерлек хәлендә буласаҡ.”
Рәсәй көньяғындағы ҙур сәнәғәт объекттарында, айырым алғанда, Европала иң ҙурҙарҙан һаналған Волга ГЭС-ында махсус хәүефһеҙлек режимы индерелгән. Властар Волгоградта һәм бөтә ил буйынса планлаштырылған күмәк байрам сараларын булдырмау тураһында һүҙ алып бармай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий