четверг, 2 января 2014 г.

Ҡытай-Япония: һауа шарында үтеп инеү.


Японияның ике күҙәтеүсе карабы һәм яр буйы һағы вертолеты Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендә һауа шары ярҙамында Сенкаку архипелагындағы утрауҙарҙың береһенә килеп төшөргә ниәтләгән 35 йәшлек ҠХР гражданинын эҙләүгә йәлеп ителгән. Был утрауҙар арҡаһында Япония һәм уларҙы Дяоюйдао атамаһы менән йөрөткән Ҡытай араһында тартыш бара.
Ҡытай гражданины һауа шарында Фуцзянь провинцияһының көньяҡ-көнсығыш ярынан 1 ғинуарында осоп киткән. Ул архипелагтың иң ҙур утрауына юл тотҡан, әммә, юлдан яҙлығып, һыуға төшөргә мәжбүр булған- сәйәхәтсе үҙенә ярҙамға килгән  Японияның сик һаҡсыларына бына ошоларҙы һөйләгән.
Япония сик һаҡсылары осоп үткән һауа шары хаҡында Тайвандәге коллегаларынан белеп ҡалған һәм архипелаг тирәһен тикшерергә тотонған.
Япония дәүләт сиген боҙоу тураһында эш ҡуҙғатмаҫҡа булған һәм уңышһыҙлыҡҡа дусар булған сәйәхәтсене халыҡ-ара һыуҙарҙа КХР-ҙың диңгеҙ полицияһы карабына тапшырған.
Япония һәм Ҡытай бишенсе тиҫтә йыл инде  70-се йылдарҙа АҠШ Японияға Окинава менән бергә биргән ул утрауҙы бүлә алмай. Территориялар буйынса бәхәс 2012 йылдың уртаһында, Япония хөкүмәте утрауҙарҙы национализациялау хаҡында иғлан иткәс ҡырҡыулашты.
Ҡайһы бер аналитиктарҙың фекере буйынса, был утрауҙарҙар тирәһендәге диңгеҙ шельфы газ һәм нефть ятҡылыҡтарына бай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий