понедельник, 16 декабря 2013 г.

Тәүге тиҙ йөрөшлө поезд Барселонанан Парижға юл тотто.


Париждан Барселонаға 6,30 сәғәт эсендә тиҙ йөрөшлө поезда күсеп ултырмайынса барып етергә мөмкин. Тәүге состав Каталонияның баш ҡалаһынан Францияның төп ҡалаһына йәкшәмбелә, 15 декабрҙә юлға сыҡты. Һүҙ пассажирҙарға:

“Шәп нәмә был. Ваҡытты әҙ сарыф иткәнгә генә түгел, был- ике илде яҡынайтыҙың эффектив ысулы.”

“Быны яҡшы яңылыҡ рәүешендә тараталар, ысынында иһә бер ҙә арыу яңылыҡ түгел ул. Беҙ уны 20 йыл көттөк. Испания хөкүмәте үткән быуат темпында эшләй.”

Техник сәбәптәр арҡаһында, тимер юл бәйләнеше планлаштырылған ваҡыттан 1,5 йылға һуңыраҡ асылды. Тәүге мәлдә француздарҙың SNCF компанияһы испандарҙың Renfe менән көнөнә бишәр поезд ебәрәсәк. Пассажирҙар составтарында ике класлы вагондар, вагон-ресторан бар.

28 ноябрҙән яңы маршрутҡа 30 мең билет һатылған. Уларҙың хаҡы 59-170 мең евро.

Комментариев нет:

Отправить комментарий