понедельник, 16 декабря 2013 г.

Яҡын Көнсығышта һауа торошо арыулана.


Метеохеҙмәттәрҙең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡарай төндә Израилдә ҡар яуыуҙан туҡтаған һәм һауа торошо арыуланған. Кесаҙна яуа башланған ҡар, ҡойма ямғырҙар илде ауыр хәлгә ҡуйғайны. 29 мең йорт электр энергияһынан мәхрүм ҡалды, шуларҙың яртыһы Иерусалимда. 200-ҙән ашыу автомобиль ҡар баҫҡан юлдар әсиренә әйләнде. Илдең төньяғындағы тиҫтәләгән ҡала, ауылдарға юл юҡ, Иерусалимға илтеүсе төп ике шоссе ла ябыҡ.

“Мин Иерусалимда 38 йылға яҡын йәшәйем, тик бындай хәлде иҫләмәйем. Ҡарлы буранды, шул ҡәҙәр ҡарҙы ғүмерҙә лә күргәнем булманы,-”тип һөйләй ошонда йәшәүсе ҡатын.

Синоптиктар әйтеүенсә, был ҡәҙәр ҡар Иерусалимда 1979 йылдан бирле булмаған. Көн элгәре, ҡотҡарыусыларға стихия һөжүме эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итһен өсөн, хәрбиҙәр ебәрелде.

Ике кешенең – 36 йәшлек ирҙең һәм баланың һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Бала төҙөк булмаған йылытыу ҡоролмаһынан сыҡҡан янғын ваҡытында һәләк булған.

Газа секторының төньяғында 5 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған, бер кеше үлгән. Ҡойма ямғырҙарҙан, һыу баҫыуҙарҙан был регион айырыуса зыян күргән, БМО уны “һәләкәт зонаһы” тип атаны. 

Ҡайһы бер райондарҙа һыу кимәле бер нисә метрға күтәрелгән. Күп йорттарға инеүе ҡыйын, кешеләр унда кәмә менән генә барып етә. Мәктәптәр ябыҡ, ул биналарҙа эвакуацияланған кешеләр ваҡытлыса һыйыныр урын тапҡан.



Комментариев нет:

Отправить комментарий