Йәкшәмбе “Майҙанға ҡаршы” акция Киевтың Мариинский
паркында төпләнде. Президент Виктор Янукович һәм Региондар фирҡәһе яҡлылар,
ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, “Евромайҙан” менән конфликтҡа инмәҫ өсөн, Европа
майҙанынан бында күсте. Паркта, хәбәр итеүҙәренсә, 10 мең самаһы кеше
йыйылған. Митинг барышында резолюция ҡабул ителде, ул Украинаның Европаға табан
курсын яҡлай, әммә унда уңды-һулды күрмәй сабыуҙы хупламай.
Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Әгәр хәҙер
көнсығыш региондарҙа эш урындары ҡыҫҡартылһа, беҙ Европаға юл тоторға һәм әле
Европала эшләгән украиндарҙың эш урындарын тартып алырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙ
осһоҙораҡ, шуға күрә уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарасаҡбыҙ.”
“Януковичтың
сәйәсәте яҡлымын, ә инде уның евроинтеграцияны туҡтауына килгәндә, һәр нәмәнең
үҙ ваҡыты. Барыһын да асыҡларға, илгә аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирергә кәрәк.”
Властар проблемаларҙың береһен Украина- Рәсәй
Халыҡ-ара комиссия ултырышында хәл итергә ниәтләй. Киев Украинаға Рәсәйҙең
зәңгәр яғыулығы өсөн “уртаса Европа хаҡы” билдәләнер, тип өмөтләнә.
“Евроньюс” хәбәрсеһе Киевтан һөйләй:
“Киевҡа
региондар фирҡәһен һәм хөкүмәтте яҡларға килгән дәүләт башлығы Виктор Янукович
яҡлылар киләһе шишәмбене көтә. Был көндө
Янукович Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашырға тейеш. Бында демонстрацияға
йыйылған халыҡ Рәсәй менән яҡынайыуға өмөт итә.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий