вторник, 17 декабря 2013 г.

Америка судьяһының фекере буйынса, Милли именлек агенствоһы (АНБ) АҠШ конституцияһын боҙа.


АҠШ Милли  именлек агенствоһының граждандар артынан электрон һәм телефон күҙәтеү ойоштороуы конституцияға ҡаршы килә- ике дәғүәсенең Америка властарына талабын ҡараған Вашингтон округ судьяһының тәүге һығымталары шундай.

Юристарҙың фекере буйынса, кешеләрҙең шәхси тормошона ҡыҫылыу, һәр кеше хаҡында мәғлүмәттәрҙе һаҡлау конституцияны боҙоуҙы асыҡ күрһәтеп тора. Судьялар бындай практиканың етди теракттан бер тапҡыр ғына булһа ла йолоп ҡала алыуына дәлилдәр  таба алмаған.


Судья, дәғүәселәрҙең судта еңеп сығыу өсөн шанстары бар, тип иҫәпләй, тик был әлегә тәүге һығымталар ғына.  АҠШ юстиция министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар яуап бирергә әҙерләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий