вторник, 17 декабря 2013 г.

Калининградтағы “Искәндәрҙәр” Польшаны һәм Литваны хафаға һалды.


Польша һәм Литваның хафаланыуына яуап итеп,  оборона министрлығы Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрендә баллистик ракеталарҙы урынлаштырыу халыҡ-ара килешеүҙәрҙе боҙмауы хаҡында белдерҙе. Калининград өлкәһендә оператив-тактик “Искәндәр-М”ракета комплекстарын урынлаштырыу тураһындағы тәүге мәғлүмәтте үҙ биттәрендә немецтарҙың “Bild“ гәзите баҫтырып сығарҙы.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Вильнюс Рәсәй көнбайышында “Искәндәр”ракета дивизионы дислокацияһын “милитаризацияның яңы кимәлгә күтәрелеүе” тип атаны. Литва НАТО буйынса партнерҙары менән консультациялар башланы. Сигендә комплекс урынлаштырылған Польша шундай һөйләшеүҙәрҙе башларға ниәтләүен белдерҙе.

Мәскәүҙең электән белдереүенсә, “Искәндәрҙәр”АҠШ-тың ракетаға ҡаршы оборонаһының Европа элементтарына ҡаршы тороу өсөн ҡулланыла аласаҡ, сөнки улар, Рәсәйҙең фекеренсә, Рәсәйҙең континент-ара баллистик ракеталар потенциалын ҡаҡшатыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий