среда, 18 декабря 2013 г.

Япония Ҡытайға һәм КХДР-ға ҡаршы ҡораллана.


Японияның Синдзо Абэ хөкүмәте Ҡытайҙың үҫә барыусы хәрби ҡеүәте менән бәйле яңы оборона стратегияһын раҫланы. Был яңы сәйәсәт премьер-министрҙың Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң ҡабул ителгән Японияның пацифистик конституцияһына үҙгәрештәр индереү һәм үҙоборона көстәре ролен ҡайтанан билдәләү тәҡдименә яуап бирә.

Оборона бюджеты 5 процентҡа арттырылды, 2014 йылдан 2019 йылға ҡәҙәр Япония хәрби ихтыяждарға 174 миллиард евро сарыф итәсәк. Токио 52 хәрби амфибия машинаһы, 5 һыу аҫты кәмәһе, разведка өсөн 3 пилотһыҙ аппарат, вертикаль осошло 17 самолет, 28 F-35 истребитель-бомбардировщик һәм “Иджис” һауа оборонаһы системаһы менән ҡоралландырылған ике эсминец һатып алырға ниәтләй.

Премьер-министр Абэ яңы стратегияны “позитив, актив пацифизм”тип атай, именлек сәйәсәтенең япондар һәм күршеләр өсөн  асыҡ, аңлайышлы буласағын белдерә.

“Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм актив тыныслыҡ сәйәсәтебеҙ арҡаһында, беҙ халыҡ-ара тотороҡлолоҡҡа һәм тыныслыҡҡа үҙ өлөшөбөҙҙө индерә аласаҡбыҙ,-”тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Синдзо Абэ.

Япония һатып алырға йыйынған хәрби техника һәм ҡоралдарҙың күп өлөшө алыҫыраҡ утрауҙарҙы һаҡлауға тәғәйенләнгән күрәһең. Токио фекеренсә, хәүеф СССР менән һалҡын һуғыш ваҡытындағы һымаҡ төньяҡтан түгел, ә Ҡытай һәм Төньяҡ Кореянан янай.

Мартта Ҡытай оборонаға киткән сығымдарҙы быйыл 10 процентҡа, 86 миллиард евроға ҡәҙәр арттырыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Япония ла 11 йыл эсендә тәүге тапҡыр оборона бюджетын арттырҙы, әммә ул барыбер Ҡытайҙыҡынан ике тапҡырҙан ашыуға ҡайтыш.

Һуңғы ваҡыт Азиялағы был ике алдынғы дәүләт араһында мөнәсәбәттәр Көнсығыш Ҡытай диңгеҙендәге япондар Сенкаку, ҡытайҙар Дяоюйдао тип йөрөткән архипелаг тирәһендәһе территориаль бәхәстәр арҡаһында хөртәйҙе.


22 ноябрҙә Пекин, бәхәсле утрауҙарҙы ла үҙ эсенә алып, Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе өҫтөндә һауа оборонаһының яңы идентификациялау зонаһын булдырыуы хаҡында иғлан итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий