четверг, 19 декабря 2013 г.

Римдың иммигранттарға ҡарата насар мөғәмәләһе арҡаһында, Брюссель уға ярҙамды туҡтатыу менән янай.


Лампедуза утрауындағы ваҡытлы үҙәктә Африка һәм Азия иммигранттары менән насар мөғәмәлә итеүҙәре хаҡындағы репортаж Италияла шау-шыу ҡуптарҙы.

Һәүәҫкәр фильм кадрҙарында күренеүенсә,  ҡасаҡтар, “дезинфекция” һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн, яланғас килеш сиратта тора. Был видео нацист концлагерҙарын хәтергә төшөрҙө һәм итальян властарының, Европа идара органдарының асыуын килтерҙе.

Агридженто ҡалаһы прокуратураһы был факт буйынса тикшереү эше башланы, ә эске эштәр буйынса Евроберләшмә комиссары Сесилия Мальмстрем Италияның Европа фондары ярҙамынан мәхрүм ҡалыу мөмкинлеге хаҡында белдерҙе. Был ярҙам законһыҙ иммиграция менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү өсөн бүленә.

“Былар өсөн кем яуаплы булыуын асыҡлау маҡсатында тикшереү бара,- тип белдерҙе еврокомиссар вәкиле.-Беҙ иммиграция ихтыяждары өсөн аҡса бүләбеҙ һәм аныҡ һөҙөмтәләрҙе, шул иҫәптән ҡабул итеү үҙәгендәге шарттарҙың яҡшырыуын күрергә теләйбеҙ. Юғиһә, штраф санкцияларын да индереп, бөтә сараларҙы ла ҡулланырға мәжбүр буласаҡбыҙ.”

Хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтеүенсә, Лампедуза ҡабул итеү үҙәгендә шарттар бер ваҡытта ла тейешле кимәлдә булмаған, ә ҡасаҡтарҙың шундай мөғәмәләгә дусар булыуы- кеше хоҡуҡтарын боҙоу ул. Әле үҙәктә 400 ҡасаҡ, ә ул 250 кешегә генә иҫәпләнгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий