четверг, 19 декабря 2013 г.

Греция. Тормоштоң ҡараңғы яғында.


 “Әсәй, беҙҙә ҡасан ут була?”-был ябай һорауға бөгөнгө Грецияла күп ата-әсәләр яуап бирә алмай. Георгос һәм Евгенияның ғаиләһе 2 йыл инде электрһыҙ йәшәй. Уларҙың өс балаһы ҡараңғыла үҫә. Тәрән иҡтисади көрсөк хәлендәге ил өсөн был һирәк күренеш түгел.
Пиреус порты янындағы биҫтә властары мохтажлыҡ кисергән 10 мең ғаиләгә электр энергияһы бирергә ниәтләй, әммә бюрократия- оҙайлы эш...
“Ҡатыныма, бигерәк тә балаларыма ҡыйын. Беҙ бөтә эштәрҙе тиҙерәк тамамларға, көн яҡтыһында балаларға дәрестәрен тиҙерәк әҙерләтергә тырышабыҙ,-”ти ғаилә башлығы.
Бөгөн Грецияла халыҡтың 27 проценты эшһеҙ. Эш булмағас, электр энергияһы өсөн түләп тә булмай. Грецияның Энергетик компанияһы зыян күрергә теләмәй һәм даими рәүештә хаҡтарҙы арттыра.
“Бик ҡыйын,-тип зарлана Евгения,-аш-һыуҙы балон газында әҙерләргә тура килә. Ә һыуытҡыста һаҡларға тейешле аҙыҡ-түлекте, һыуыҡ булһа, балконда һаҡларға тырышабыҙ.”
Ауыр хәлдә ҡалған Грецияла күршеләренә ярҙам итеүсе оҫта ҡулдар ҙа табылып тора- улар, дәүләт энергетик компанияларынан йәшереп, утһыҙ ултырған фатирҙарҙы электр энергияһы сығанағына тоташтыра.
Өс ата балаһы Пантелис ундай электриктарға бик рәхмәтле. Уның электр энергияһы өсөн бурысы 1 300 евронан артып киткән:
“Минең фатирыма ут биргән был кешеләргә мин ҙур рәхмәт әйтер инем. Мин балалар үҫтерә, улар өйгә эштәрен эшләй, йыуына ала.
Ҡатмарлы заманда нисек тә йәшәү өсөн, кешеләр законға ла ҡаршы бара. Мәҫәлән, электриктарҙың тәүәккәл бер төркөмө 4 мең ғаиләгә йәшерен рәүештә электр энергияһы бүләк иткән. Дәүләттең уларға ҡаршы ниндәй санкциялар ҡабул итеүе билдәһеҙ.
“Дәүләт энергетика компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, ошо йыл аҙағына 350 мең ғаиләне электр энергияһынан мәхрүм итергә тейештәр. Электр энергияһыҙ ҡалыусыларҙың 40 проценты легаль булмаған юл менән энергия селтәренә тоташа алған, ҡалғандары иһә ҡараңғыла ултыра,”-тип һөйләй Афинанан EuroNews хәбәрсеһе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий