среда, 4 декабря 2013 г.

Төньяҡ Кореяла Ким Чен Ундың ағаһы отставкаға ебәрелгән.


Төньяҡ Кореяла Ким Чен Ундың ағаһы отставкаға ебәрелгән.
67 йәшлек Чан Сонг Тхэк йәш юлбашсыһың яҡын кәңәшсеһе һәм илдең Юғары хәрби органында уның урынбаҫары ине. Был пост үҙенең әһәмиәте һәм абруйы буйынса илдә икенсе урында тора тип иҫәпләнә. Ә уның хәләл ефете- Ким Чен Ундың апаһы- унан да юғарыраҡ власҡа эйә.
Чан Сонг Тхэктың отставкаға китеү сәбәптәре билдәле түгел. Ҡайһы бер агенстволарҙың мәғлүмәттәре буйынса, уның бер нисә ярҙамсыһы, коррупцияла ғәйепләнеп, язаға тарттырылған.
“Чан Сонг Тхэктың отставкаһы хәрбиҙәр менән власть өсөн көрәш һөҙөмтәһе булыуы ихтимал, уның төп өлөшөн революционерҙар быуыны тәшкил итә, йәғни Ким Чен Ундың олатаһының быуыны,-ти Көньяҡ Корея эксперты.-Хәрбиҙәр яңы иҡтисади реформалар идеологы булған Чан Сонг Тхэк менән риза түгел ине”.
Аналитиктарҙың уртаҡ фекере буйынса, КХДР йәш лидерының ҡарарҙары артында Ким Чен Ундың ағаһы һәм апаһы йөҙөндәге “регент советы” тора, сөнки вафат булыр алдынан Кореяның элекке лидеры Ким Чен Ир улына ил менән идара итеүҙә туғандарынан ярҙам һораған.

Йәш юлбашсыға Чан Сонг Тхэк ҡайһы яғы менән ярамай башлағаны билдәһеҙ. Ике Көньяҡ Корея депутаты белдереүенсә, ул ай буйы инде халыҡ араһында күренмәгән, уның яҙмышы хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий