Мысырлылар үҙҙәренең
халыҡ шағирын ерләй- Әхмәт Фуат Негм шишәмбе көн 84 йәшендә вафат булды. Уның
менән хушлашыу Ҡаһирәнең урта быуатҡа ҡараған өлөшөндә, тарихи Имам Хөсәйен
мәсетендә үтте.
Әхмәт Фуат Негм ғәрәп
теленең Мысыр диалекты һөйләшендә- интеллектуалдарға ла, белеме булмағандарға
ла аңлайышлы телдә яҙа. Үҙенең сатирик шиғырҙарында ул һис бер ҡурҡыуһыҙ ил
менән авторитар рәүештә идара итеүсе башлыҡтарҙы фашлай.
“Әхмәт Фуат Негм- халыҡ
шағиры, ул- бик күп быуындарҙы азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәүсе ысын боласы,-” ти
Мысыр йырсыһы Азза Балба.
Негманы халыҡ “әл Фәғуми”,
йәғни “ҡыйыу, баш бирмәҫ” тип йөрөтә, Ҡаһирәнең Таһрир майҙанында ҡаршылыҡ
акцияһына сыҡҡан халыҡ берҙәм ҡысҡырып уның шиғырҙарын һөйләй.
Шағир һәр ваҡыт асыҡтан-асыҡ
эш итә, шиғырҙары аҫтына һис ҡурҡыуһыҙ үҙ ҡултамғаһын ҡуя, шул арҡала Насер,
Садат заманында ла, Мөбәрәк заманында ла төрмәлә ултыра.
Ғәрәп яҙын әүҙем
яҡлап, Әхмәт Фуат Негм үҙенең һуңғы шиғырҙарында власҡа килгән исламистарҙы фашлаусы
сатирик әҫәрҙәрен яҙҙы, властан ҡолатылған Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрсиҙе
тәнҡитләне һәм хәрбиҙәрҙең власҡа килеүен хупланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий