вторник, 21 января 2014 г.

Иран 20 процентҡа ҡәҙәр уран байытыуҙы туҡтатты.


Иран ноябрҙә “алтау” менән һөйләшеп килешелгәнсә эш итә башланы- дүшәмбе уранды 20 процент кимәленә ҡәҙәр байытыу туҡтатылды. Натанзе һәм Фордо ядро объекттарында центрифуга каскадтарын энергия менән тәьмин итеү өҙөлдө.
Ирандың Атом энергияһы ойошмаһы вәкиле Бехруз Камольванди бына нимә тине:
 “Был центрифугалар 5 процентлы уран етештереүҙе дауам итәсәк. Икенсе төрлө әйткәндә беҙҙең центрифугаларҙың береһе лә киләһе 6 ай эсендә тик тормаясаҡ.”
Ярты йылдан һуң, оҙайлы килешеү төҙөлөү күҙ уңында тотола.
Иран гәзиттәре өсөн был төп яңылыҡ булды:
 “Бөйөк килешеүҙе тормошҡа ашырыу башалана,” “11 йыл барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, реаль эштәргә.”
Таһран халҡы һөйләй:
“Был яңы этап АҠШ менән туранан-тура һөйләшеүҙәгә юл асыр, бәлки. Дошманлашыу беҙгә лә, уларға кәрәкмәй.”
“Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйҙе. Доллар курсы юғары булды, шуға күрә кешеләр тауар һатып ала алманы. Хәҙер иһә доллар курсы түбәнәйер, тип уйлайым.”
Таһран эшмәкәрлегенә яуап итеп, Көнбайыш Иран Ислам Республикаһына ҡарата ҡулланылған ҡайһы бер санкцияларҙы алып ташланы. Айырым алғанда, ядро программаһы арҡаһында ҡулланыла алмаған  сит илдәрҙәге финанс активтарына юл асыла.


Комментариев нет:

Отправить комментарий