вторник, 21 января 2014 г.

ҮАР(ЦАР) президенты- ҡатын кеше.


Үҙәк Африка Республикаһының ваҡытлы президенты итеп Катрин Самба-Панза һайланды. Илдең баш ҡалаһы Банги мэры ҡалған 7 кандидатты үтеп китте һәм Африка ҡитғаһында өсөнсө президент ҡатын булды.

Хәрби түңкәрелеш ваҡытында власҡа килгән элекке дәүләт башлығы Мишель Джотодиа 10 ғинуарҙа халыҡ-ара йәмәғәтселек баҫымы аҫтында отставкаға китте. ҮАР Милли күсеш советы ике аҙна эсендә яңы ваҡытлы дәүләт башлығын һайларға тейеш ине.

Икенсе турҙағы тауыш биреү ваҡытында, Катрин Самба-Панзаны 135 совет ағзаһының 75-е яҡланы.

Халҡының дүрттән бер өлөшө ҡасаҡ хөкөмөндә булған Үҙәк Африка Республикаһының яңы башлығы илде хаостан сығарырға тейеш.

Африка һәм француз хәрбиҙәре Банги ҡалаһында именлек тәьмин итә. Евроберләшмә өҫтәмә хәрби көс һәм 500 миллион доллар ярҙам ебәрергә вәғәҙә бирә, ләкин илдең күп өлөшө контроль аҫтында түгел. Тауыш биреүгә бер нисә көн ҡалғас, провинцияларҙа 73 мәйет табылған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий