среда, 8 января 2014 г.

Төркиә: төрмәнән туп-тура парламентҡа.


Төркиәлә төрмәлә бер нисә йыл ултырған биш курд парламентарийы присяга ҡабул итте.
2009-2010 йылдарҙа,  Төркиәлә рәсми рәүештә террористик тип иҫәпләнгән Курд эшселәр фирҡәһе менән бәйләнештә ғәйепләп, уларҙы төрлө сроктарға хөкөм иткәйнеләр.
2011 йылда ил конституцияһына үҙгәрештәр индерелде, уның буйынса, был тотҡондар камерала ултырған килеш тә депутат булып ҡалыу мөмкинлеген алды.
Әммә суд хәҙер генә уларға закон сығарыу эшендә ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе, депутаттың тейелгеһеҙлеге бындай осраҡтарға ла ҡағылыуы хаҡында ҡарар сығарҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий