среда, 8 января 2014 г.

Франция. Цензурамы әллә антисемиттарға ҡаршы көрәшме?


Ҡайһы бер француз ҡалалары властары ғауғасыллығы менән билдәле комик Дьёдонне спектаклдәрен антисемит характерындағы хәбәрҙәре һәм ым-ишаралары өсөн тыйырға ниәт белдергән. Йәһүд ойошмалары вәкилдәре Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә ҡара яғыуҙа ғәйепләнеүсе һәм элек милләт-ара һәм диндәр араһында күрә алмаусылыҡ тыуҙырғаны өсөн судҡа бирелгән Дьёдонне сығыштарына бойкот иғлан итергә тәҡдим иткән.
“Мин власть структуралары вәкилдәрен, тәүге нәүбәттә префекттарҙы уяу һәм тәүәккәл булырға саҡырам. Берәү ҙә спектаклдәрҙе провокация сифатында, асыҡтан-асыҡ антисемит идеяларын пропагандалау өсөн ҡулланырға тейеш түгел,”-тип, ҡаршылыҡ акцияларын яҡлап сыҡты президент Франсуа Олланд.
Комиктың адвокаты иһә сығыштарҙы тыйыуҙа цензура ҡыҫымын һәм һүҙ азатлығына һөжүмде күрә:
“Спектаклде тыйыу- цензура акты. Бер ниндәй ҙә йәмәғәт тәртибен боҙоу билдәләнмәгән икән, был –оҡшамаған актерҙы тыйырға маташыу.”
Францияның эске эштәр министрлығы, Дьёдонне спектаклдәрен тыйырға рөхсәт биреп, региональ властарға күрһәтмә ебәргән. Әммә мәсьәлә, киң мәғлүмәт сараларының фекере буйынса, киңерәк тора: һүҙ илдә антисеметизмдың үҫә барыуы хаҡында бара, йәһүдтәрҙең Израилгә иммиграцияһы көсәйеүе шуның асыҡ миҫалы. Йәһүд ойошмаларының мәғлүмәттәре буйынса, үткән йыл китеүселәр һаны унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 50 процентҡа үҫкән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий