вторник, 7 января 2014 г.

Һаҡ аҫтындағы Раштыуа.


Мысыр полицияһы христиан Раштыуаһын копт сиркәүҙәрендә копттар менән бергә ҡаршылай- именлек тәьмин итеү маҡсатында көс структуралары хеҙмәткәрҙәре байрам саралары үткәрелгән һәр сиркәүҙе һаҡлай. Уҙған йылдағы христиандарға яһалған һөжүмдәрҙән һуң, был саралар бер ҙә артыҡ нәмә түгел.
Хәҙерге Мысыр властары байтаҡ ғүмерҙәрҙе киҫкән диндәр араһындағы бәрелеш эҙемтәләрен мөмкин ҡәҙәр шымартырға тырыша.
“Был көн барыбыҙҙы ла берләштергәне өсөн, хоҙайға рәхмәт әйтәбеҙ; дәүләт был көндө бөтә мысырлылар өсөн дә рәсми ял көнөнә әйләндерергә ҡарар итте. Быйыл Раштыуа яратҡан илебеҙ тарихының яңы битен аса.”
Мысыр халҡының ундан бер өлөшөн тәшкил иткән копттар исламист президент Мөхәммәт Мөрсиҙең бәреп төшөрөлөүен хупланы, шул арҡала христиандар бик күп һөжүмдәргә дусар булды.
Мысырҙағы үҙ хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйехибраһим бына нимә ти:
“Мысыр копттарының Раштыуа байрамы сәйәсәт һәм именлек өлкәһендә хәлдәр бик ҡыуаныслы булмаған ваҡытта үткәрелә, улар доғаларында өс йыллыҡ конфликттан йонсоған илдәренә тотороҡлолоҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләй. ”


Комментариев нет:

Отправить комментарий