вторник, 7 января 2014 г.

АҠШ-та һалҡындар “рекорд” ҡуя.


АҠШ-та бөгөн бығаса күрелмәгәнсә һыуыҡ- 40, хатта 50 градус һалҡындар көтөлә. Миннесота, Төньяҡ Дакота, Висконсин, Айова һәм Индиана арктик циклондың ҡеүәтле һөжүме аҫтында ҡалды. Ҡушма Штаттар халҡының өстән ике өлөшө бер нисә тиҫтә йыл эсендәге иң көслө һалҡындарҙы татыясаҡ.
АҠШ-та 17 кеше, Канадала 10 кеше ҡаты һыуыҡтарҙың ҡорбаны булған да инде. Бындай һауа торошона күнекмәгән халыҡты врачтар ҙур хәүеф хаҡында киҫәтә:
“Бындай һалҡында тире, бармаҡтар, ҡолаҡ, танауҙарҙы һаҡларға кәрәк. Тән температураһының түбәнәйеүенә юл ҡуйыу үлемесле хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Йөрәк эшмәкәрлеге, тын алышы туҡталып, кеше үлеп ҡуйыуы ла мөмкин.”
Энергетик компаниялар, һәләкәттәрҙән һаҡланыу маҡсатында, клиенттарын иртәнге һәм киске пик сәғәттәрендә электр ҡулланыуҙы сикләргә саҡыра.
40 мең йорт электрһыҙ ҡалған да инде.
Транспорт, ер өҫтөндәгеһе лә, һауалағыһы ла, өҙөклөктәр менән эшләй. Хәлдәр Урта Көнбайышта айырыуса ауыр. Унда 4 мең самаһы авиарейс туҡтатылған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий