вторник, 28 января 2014 г.

Перуҙың Чилиға дәғүәһе өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелде.


Халыҡ-ара Гаага суды дүшәмбе көн Чили һәм Перу араһындағы яңы диңгеҙ сиген билдәләне, һуңғыһына Тымыҡ океан акваторияһының бер өлөшөн бүлеп бирҙе. Ҡарар күрше дәүләттәр араһындағы күп йыллыҡ территориаль бәхәскә нөктә ҡуйҙы һәм ялыу башҡаса ҡабул ителмәйәсәк. Ҡайһы бер аналитиктар уны “Сөләймән ҡарары,” тип иҫәпләй. Лима Тымыҡ океандың 38 мең квадрат километрына дәғүә итте һәм уның байтаҡ өлөшөн алды. Шул уҡ ваҡытта, суд ҡарары буйынса,  балыҡҡа иң бай урындар Сантьяго ҡарамағында ҡалды. Нисек кенә тимә,  элек Чили суверенитеты аҫтында булған диңгеҙ территорияларының бер өлөшөнә хәҙер Перу хужа.


Бәхәс шуға ҡайтып ҡала: Перу 1879-1884 йылдарҙағы күптәнге һуғыш һөҙөмтәһендә юғалтҡан бөтә диңгеҙ акваторияһын ҡайтарыуҙы талап иткәйне. Был райондар диңгеҙ ресурстарына, тәү сиратта анчоустарға бай. Перуҙан күрмәксе Боливия ла Чилиға дәғүә белдерҙе. Ул диңгеҙгә сығыу юлын ҡайтарыуҙы талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий