вторник, 28 января 2014 г.

Төркиәлә Олландтың визитын “тарихи” тип атайҙар.


Анкара менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, регион көрсөгө тураһында һөйләшеү- Франция президенты Франсуа Олландтың Төркиәгә визитының төп маҡсаты шулар. Ҙур ҡунаҡты төрөк коллегаһы Абдуллаһ Гөл ҡаршыланы. Һуңғы йылдарҙа, айырыуса президент Саркози осоронда, ике ил мөнәсәбәттәре хөртәйгәйне.

Euronews хәбәрсеһе Анкаранан хәбәр итә:

“Һуңғы 22 йыл эсендә француз президентының Төркиәгә был тәүге рәсми визиты. Анкара Саркози ваҡытында килеп тыуған ЕС юлындағы кәртәләрҙе алып ташларға ынтыла. Франция, Төркиә сауҙа барьерҙарын алып ташлар, тип өмөтләнә, ә ул ҡамасаулыҡтар Франция сенаты әрмәндәр геноцидын инҡар иткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тотҡан законды ратификациялағандан һуң барлыҡҡа килгәйне.”

Конституция советы һуңынан ул закондың Франция Конституцияһына ярашлы түгеллеген билдәләне.

 Франсуа Олланд һәм Абдуллаһ Гөлдөң матбуғат конференцияһында был төп темаларҙың береһе булды. Айырым алғанда, Франция президенты бына нимә тине:

“Тарих менән эште ауыр ҡабул итеүҙәре ихтимал, әммә уны атҡарырға кәрәк. Килешеү өҫтөндә эшләргә, теманы өйрәнергә һәм проблеманы аңларға кәрәк.”

Абдуллаһ Гөл: “Йөҙ йыл элек булған ваҡиғалар- беҙҙең уртаҡ һыҙланыуҙарыбыҙ. Уны быуындан-быуынға күтәреп килеү дөрөҫ түгел. Был тема менән тарихсылар шөғөлләнергә тейеш.”


Визит барышында халыҡ-ара хәлдәр, айырым алғанда, Сүриә, Ирак, ғәрәп донъяһындағы дөйөм хәлдәр, Иран сәйәсәте хаҡында ла һөйләшеү булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий