среда, 29 января 2014 г.

Мөхәммәт Мөрсиҙең “ҡасыуын”судта ҡарау бер айға кисектерелде.


Мысырҙың элекке президенты Мөхәммәт Мөрсиҙең төрмәнән ҡасыуын ҡарауҙы Ҡаһирә суды бер айға кисектерҙе. Суд ултырышы 22 февралгә күсерелде. Мөрси суд залында үҙенең асыуын йәшермәне һәм һаман да илдең законлы етәксеһе булып ҡалыуын белдерҙе.
Был эш Мысырҙың элекке президенты һәм уның арҡаҙаштарына ҡарата асылған 4 суд тикшереүенең береһе. Һүҙ Мөрси “Мосолман туғандар” хәрәкәтенең лидеры булған саҡтағы 2011 йылғы ваҡиғалар тураһында бара. Тәфтиш уны төрмәләге тәртипһеҙлектәргә (Мөрси арҡаҙаштары менән төрмәнән ҡасҡайны) ҡағылышы бар, тип иҫәпләй. Прокурорҙың фекере буйынса, сәйәсмәнгә ҡасырға фәләстиндарҙың “Хамас” төркөмө ярҙам иткән.
Ҡаһирә урамдарында иһә көс ҡулланыуҙар туҡталмай. Шишәмбе билдәһеҙ кешеләр  оборона министры ярҙамсыһын һәм полицейскийҙы атҡан.

“Хөкөм эскәмйәһендә ултырған Мөрси судтың легитимлығын был юлы ла таныманы, ә аптыратҡаны шул: суд бинаһы алдында элекке президент яҡлылар күренмәне. Әйтеүҙәренсә, был именлек һағында тороусыларҙың уғата күп булыуы арҡаһында ғына икән.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий