четверг, 23 января 2014 г.

БМО генераль сәркәтибе сүриәлеләрҙе илдең киләсәге хаҡында уйларға саҡырҙы.


БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун сүриәлеләрҙе бер-береһен яманлап зарланмаҫҡа, ә илдең киләсәге хаҡында уйларға саҡырҙы. Был турала Пан Ги Мун Швейцария Монтреһындағы тыныслыҡ конференцияһында белдерҙе. Йома Сүриә хөкүмәте вәкилдәре һәм оппозиция Женевала ике яҡлы һөйләшеүҙәр башлаясаҡ. Пан Ги Мун аралашсының булыу-булмауын асыҡлап торманы. Сүриәлә атыштарҙы туҡтатыу һәм әсирҙәр менән алмашыуҙы БМО генераль сәркәтибе үтә лә мөһим эш тип иҫәпләй.
Пан Ги Мун: “Һуңғы өс йыл ҡот осҡос булды: тыныс халыҡты, ҡалаларҙы бомбаға тотоуҙар, химик ҡорал ҡулланыуҙар, террористарҙың һөжүмдәре, язалауҙар, кешеләрҙең юғалыуы, үлтерештәр, емереүҙәр. Етте. Һөйләшеү сәғәте һуҡты.”
“Был конференцияның төп маҡсаты- күсеш хөкүмәте төҙөү хаҡында һүҙ барған Женева коммюникеһен нисек тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡала,”-тине Пан Ги Мун һәм “Женева-2”ҡапыл ғына барыһын да хәл итер тип көтөргә кәрәкмәгәнлеген дә өҫтәне. Кесе йома БМО һәм Сүриә буйынса Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус илсеһе Лахдар Брахими Сүриә делегацияларының һәр береһе менән айырым осрашыу үткәрәсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий