среда, 22 января 2014 г.

Киев: тәүге һәләк булыусылар.


Киевтағы хәлдәр йәнә ҡатмарланды. Украина баш ҡалаһы үҙәгендәге бәрелештәр һөҙөмтәһендә икенсе кеше һәләк булған. Уға егерме йәш. Украина эске эштәр министрлығының матбуғат сәркәтибе хәбәр итеүенсә, ул атыу ҡоралынан алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Уның һүҙҙәре буйынса, яралар милиция ҡулынан түгел. Икенсе хәбәрҙәр буйынса, снайперҙар эше булыуы ла мөмкин.
Бынан алда эске эштәр министрлығы Грушевский урамындағы сыуалыштың тәүге ҡорбаны буйынса тикшереү башлаған. Әлегә шул билдәле: митингыла ҡатнашыусыларҙың береһе “Динамо” стадионы колоннадаһынан ҡолап төшкән, хәстәханаға оҙатылған һәм бер аҙҙан шунда вафат булған. Киевтың хөкүмәт кварталы милицияның көслө һағы аҫтында. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар, көс структураһы хеҙмәткәрҙәрен үҙ яҡтарына ауҙарырға тырышып, милиция кордонына яҡын уҡ килгән.

Хәлдәр ҡатмарлы, әммә бер яҡ та әлегә көс ҡулланмай. Украинаның эске эштәр министрлығы граждандарҙы “провокацияға бирешмәҫкә” һәм Европа майҙанындағы һәм Грушевский урамындағы акцияларға “барыуҙан һаҡланырға” саҡыра.

Комментариев нет:

Отправка комментария