понедельник, 27 января 2014 г.

Женевалағы һөйләшеүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәләре.


Сүриә властары ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға ҡамауҙағы Хомсты ҡалдырып сығырға рөхсәт итте. Улар дүшәмбенән үк китә аласаҡ-  йәкшәмбе көн президент Бәшәр Асад һәм оппозиция вәкилдәре араһындағы һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса  был турала аралашсы  Лахдар Брахими белдерҙе. БМО һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының Сүриә буйынса махсус вәкиле осрашыу менән ҡәнәғәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның әйтеүенсә, делегациялар “бер-береһенә ҡарата ихтирамлы” булған.
Гуманитар мәсьәләләр, Хомстағы хәлдәр икенсе көндәге һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы булды. Оппозиция һәм революция көстәренең Милли коалицияһы  үҙ әсирҙәренең исемлеген тапшырҙы. Унда- ике меңдән ашыу исем. Оппозиция тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, ауыр яралыларҙы азат итеүҙе һорай.

Оппозиция яғындағыларҙың һүҙҙәре буйынса, әсирҙәрҙең һаны 47 меңдән кәм түгел. Дәмәшк вәкилдәре әсирҙәр мәсьәләһен хәл итеүҙән баш тартмай, әммә Сүриәләге хәлдәрҙе бер яҡлы һүрәтләүгә ҡаршы. Уларҙың фекере буйынса, Женевала Асадҡа ҡаршы булыусылар баш күтәреүселәрҙең аяуһыҙлығы хаҡында һөйләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий