воскресенье, 26 января 2014 г.

Ипанема: унитаз өҫтөндәге ҡаршылыҡ акцияһы.


Хөкүмәттеке булмаған “Минең Рио” ойошмаһы активистары шәмбе көн Рио-де-Жанейроның Ипанема пляжында унитаз өҫтөндә ултырған килеш ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. Ҡаланың  ағып төшкән 70% һыуы, таҙартылмайынса, туранан-тура океанға китә.


Акцияла ҡатнашыусылар ҡомдан бактерия скульптураларын да яһаны. Ҡала властары 2016 йылдағы Олимпиадаға ҡәҙәр санитар мөхитте яҡшыртырға вәғәҙә бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий