Евроберләшмә
рәйеслеге эстафетаһын Грецияға тапшырыу тантанаһына әҙерләнгән Афинала 5 меңдән
ашыу полицейский тәртип һағында торҙо.
Әммә был гректарға Брюсселдә әҙерләнгән илде көрсөктән
сығарыу планына үҙ фекерен белдерергә ҡамасауламаны- Греция баш ҡалаһы
урамдарындағы манифестацияла бер нисә йөҙ кеше, күбеһенсә һул фирҡә вәкилдәре
һәм уң радикалдар ҡатанашты.
Сотирис Панайоту, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы:
“Европа
Берләшмәһе- беҙгә ҡаты экономия сараларын, Европа йәмғиәтендә күпселекте тәшкил
иткән хеҙмәтсәндәргә ҡаршы йүнәлтелгән радикаль сараларҙы көсләп тағыусы
механизм. Грециялағы көслө гуманитар һәм социаль көрсөк өсөн Евроберләшмә яуаплы.”
Манифестация полиция менән бәрелешкә әйләнеп китте.
Бөтә ғиллә шунда: 18 сәғәт дауамында тантана буласаҡ ергә яҡын урындарҙа һәм
күп кенә үҙәк урамдарҙа, майҙандарҙа ҡаршылыҡ акциялары үткәреү тыйылғайны. Полиция
ҡамауын өҙөргә тырышҡан манифестанттарҙы йәш ағыҙыусы газ менән ҡыуып
тараттылар, берәүһен ҡулға алдылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий