четверг, 9 января 2014 г.

Кемгә ер тетрәү, кемгә бол йыйыу.


Италияла 4 йыл элек ҡеүәтле ер тетрәүҙән зыян күргән Аквила ҡалаһындағы финанс махинацияларын тикшереү һөҙөмтәләре баҫтырып сығарылған. Төҙөкләндереү эштәренә килешеүҙәр төҙөгән ваҡытта  урындағы властар эшҡыуарҙарҙан ришүәт алған, тип фараз итәләр, яңы фатирҙарға ордерҙар ҙа законһыҙ бирелгән.
Был мутлашыуҙар эше буйынса 8 кеше үтә, шуларҙың дүртәүһе үҙ йортонда һаҡ аҫтында (улар иҫәбендә Аквила мэры урынбаҫары Роберта Рига ла бар ). Офистарҙа һәм шәхси йорттарҙа тентеү үткәрелгән.
“Унда бик оҫта яйға һалынған система барлыҡҡа килтерелгән,- ти Аквила полиция начальнигы Маурильо Грасси. –Ришүәттең дөйөм суммаһы 500 мең евроға барып еткән. Тикшереү барышында аҡсаның ситкә китеүе асыҡланды.”
Вице-мэр Роберто Рига, белдереүенсә, үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй һәм “тәфтиш эшенә ярҙам итеү өсөн”отставкаға китә. Әммә уны ҡаланы хараба хәленән тергеҙеүгә тәғәйенләнгән байтаҡ аҡсаға айыу майы һөрткән тип шикләнәләр- тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, 3 йыл эсендә йорттар төҙөүгә бүленгән 2 миллион евро үҙләштерелгән.
2009 йылдың 6 апрелендә ер тетрәү арҡаһында Аквилала һәм уның тирә-йүнендә йорттарҙың  яртыһы өлөшләтә йәки тотошлай емерелеп бөткән, 300-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Был- һуңғы 30 йыл эсендәге Италиялағы иң көслө ер тетрәү.



Комментариев нет:

Отправить комментарий