понедельник, 13 января 2014 г.

Бразилия төрмәләрендә “джунгли закондары.”


Бразилия төрмәләрендә ойошҡан енйәтселлек урынлаштырған  “джунгли закондары” хөкөм һөрә. Маранхао штатындағы “Педриньяс” төрмәһенең рәхимһеҙ көндәлеге гәзиттәрҙең береһе үҙ сайтында ғазапланған һәм башы ҡырҡылған өс тотҡондоң мәйетен баҫтырып сығарғас донъяға билдәле булды. Был кешеләр 17 декабрҙә, тотҡондар араһындағы алыш ваҡытында һәләк булған.
“Эмнисти интернешнл” мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылдан алып Маранхао төрмәләрендә 169 үлтереш булған.
“Маранхао аяуһын күренештәрҙең миҫалын күрһәтте. Башҡа штаттарҙың төрмәләрендә лә тотҡондар шыплап тултырылған, шарттар ҡот осҡос, болалар, тотҡондарға нормаль йәмғиәткә ҡайтырға мөмкинлек бирмәүсе система. Ил төрмәләрендә 548 мең кеше ултыра. Пенитенциар система шуларҙың яртыһына ғына иҫәпләнгән. Төрмәләрҙә 229 мең урын етмәй,”- ти хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле.
Родония штатындағы“Урсо Бранко” һәм Рио-де-Жанейролағы“Бангу” төрмәләрен дә боларыш һәм үлтерештәр урап уҙмаған.  Бразилия пенитенциар системаһы коррупция, контролле һәм контролһеҙ көс ҡулланыуҙар менән зарарланған. БМО Бразилияны,“Педриньяс” төрмәһендә көс ҡулланыусыларға яза биреү өсөн, тикшереү эше башларға саҡырҙы.
Беҙ һөйләшкән социологтың властарҙың был эште яйға һалыуына шиге ҙур:
“Халыҡ-ара йәмәғәтселектең ҡаршы сығыуы Бразилия әҙәпһеҙлеген еңә алмаясаҡ. Кешеләр үҙ фекерен белдерә, мәҡәләләр яҙа, асылда иһә суд системаһы үҙгәрмәй. Үлем язаһы беҙҙә бирелмәй, әммә дәүләт тотҡондар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай һәм уларҙың ғүмерен яҡларға ла йыйынмай.”
Ошо көндәрҙә Бразилиия юстиция министры, төрмәләрҙәге көрсөктө бөтөрөү маҡсатында, 11 саранан торған ғәҙәттән тыш план тураһында иғлан итте. Шулай уҡ пенитенциар системаны яҡшыртыуға 40 миллион евро бүленгән.
Әлегә тотҡондарҙың йәшәү шарттары ҡот осҡос. 36 кешегә иҫәпләнгән камераларҙа 300 тотҡон көн итә, улар сиратлап йоҡларға, йыуыныуҙы бер нисә көн көтөргә мәжбүр.




Комментариев нет:

Отправить комментарий