вторник, 14 января 2014 г.

Сәғүд Ғәрәбстанында немец дипломаттарына һөжүм иткәндәр.


Сәғүд Ғәрәбстанында билдәһеҙ әҙәмдәр немец дипломаттары автомобиленә атҡан. Һөжүм илдең көнбайышындағы Авамия ҡалаһында булған. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, атыш һөҙөмтәһендә машина яна башлаған, әммә дипломаттар зыян күрмәгән. Хәбәр итеүҙәренсә, был хәлдең шаһиты булған бер кеше уларға ярҙам иткән. Полиция әле тикшереү алып бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий