Рим Папаһы Ватиканда
аккредитацияланған дипломатик корпус вәкилдәре алдындағы традицион Раштыуа ҡотлауҙары
ваҡытында Яҡын Көнсығышты һәм Африканы өҙгөләгән конфликттар һәм донъяла хөкөм
һөргән “бөтә нәмәне бушҡа сарыф итеү культураһы” хаҡында ла һөйләне.
Франциск Женевала 22 ғинуарҙа буласаҡ Сүриә буйынса
икенсе конференция илдә тыныслыҡ урынлаштырыуға юл асыр тигән өмөт белдерҙе, конфликтта
ҡатнашыусыларҙың барыһын да халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡ нормаларын үтәргә
саҡырҙы.
Бынан тыш понтифик
халыҡ-ара йәмәғәтселекте Үҙәк Африка республикаһында тыныслыҡ һәм хоҡуҡи
дәүләтте тергеҙеүгә бөтә көстө һалырға өндәне.
Рим католик сиркәүе
башлығы “заман ҡоллоғоноң һәм кешеләр менән сауҙа итеүҙең”бар формаларына ла ҡаршы сыҡты:
“Бала төшөрөү
арҡаһында яҡты донъяны күрмәгән бәпәйҙәр хаҡында уйлаһаң, ҡот оса. Һалдатҡа
алынып, көс ҡулланыуҙарға дусар булған, ҡораллы бәрелештәр ваҡытында һәләк
булған балалар ҙа йөрәкте өҙә. Уларҙы ғәләмәт ҙур баҙарҙағы әйбер кеүек
күрәләр. Заманыбыҙ ҡоллоғо һәм кешеләр менән сауҙа итеү- кешелеккә ҡаршы
енәйәт,-”тип белдерҙе папа Франциск.
Һайланғаны бирле
Францисктың илселәр менән был икенсе осрашыуы. Тәүге осрашыуында ул шуны
хәтергә төшөрҙө: “понтифик” “күперҙәр төҙөү”тигәнде аңлата, шуға күрә уның
менән дипломаттар араһындағы диалог “һәр кешелә икенсе берәүҙә дошманын,
конкурентын түгел, ә туғанын күрергә ярҙам итергә тейеш.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий