среда, 15 января 2014 г.

Көньяҡ Судан. Йәнә гуманитар һәләкәт.


Көньяҡ Судандың Нил үрендә 300 самаһы кеше, араларында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҙа бар, борам һәләкәте ҡорбаны булған. Улар- хәрби хәрәкәттәр һәм милләттәр араһындағы конфликт дауам иткән Малакаль ҡалаһы ҡасаҡтары. Ҡораллы боевиктарҙың һөжүменән ҡасып, Малакаль  халҡы күрше Судан яғына сығырға уйлаған, тик, тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында, борамдары батҡан.

Көньяҡ Судандағы конфликт 2013 йылдың декабрендә башланды. Ул саҡта ил президенты элекке вице-президент Мачараны власты тартып алырға ниәтләүҙә ғәйепләне, был иһә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм Мачара яҡлылар менән бәрелешкә алып килде. Конфликт барышында меңдән ашыу кеше үлде, 200 меңе күрше илдәргә ҡасырға мәжбүр булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий